Ҡарлы урман уртаһында. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *


Ҡышҡы урман төпһөҙлөгө -
Уҡылмаған доғалыр...
Күпме эҙҙе ҡар ҡаплаған,
Мин һалған да юғалыр.
Юлға эйелгән тәлгәштәр
Селтәр шәл кеүек наҙлы.
Ҡараны ла ап-аҡ иткән
Ҡыш түшәгән намаҙлыҡ.
Изге китап кеүек асам
Һәр көнөмдөң иртәһен,
Мең шөкөрҙәр - аҡҡа баҫтым,
Ҡыштарымда - китәһе.
Ҡарлы урман уртаһында
Туҡтағанмын арбалып.
...Йәнемдәге ҡыҙ сәсенә
Ҡышым үтә ҡар һалып.

7.01.14


2014